Башҡортостанда ошондай проект башлана, уның сиктәрендә Өфөлә скандинав йөрөүен һөйөүселәр клубы асылды. Проект Республика Башлығы грантына башҡарыла, тип белдерҙе йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы рәйесе Байрас Азаматов.Атлауҙың был төрө арҡа, үпкә ауырыуҙарын еңергә, ғөмүмән, сәләмәтлекте яҡшырыуға булышлыҡ итә, ти белгестәр.