+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 11:20

Башҡортостанда радионуклид терапияһы үҙәге буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн рәүештә үткәргән сираттағы “Инвестиция сәғәте”ндә Өфөлә төбәк-ара радионуклид терапияһы үҙәген төҙөү тураһында һүҙ барҙы.

Был проектты төбәк Башлығына “Русатом Хэлскеа” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Александр Шабинов тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә “Росатом” Дәүләт корпорацияһы менән берлектә улар Рәсәй төбәктәрендә яман шеш, эндокрин системаһы, йәрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау үҙәктәрен инвестициялау программаһын тормошҡа ашыра. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,2 миллиард һум тәшкил иткән.
Был үҙәктәрҙә дауалауҙың төп ысулы - кеше организмына радиофармпрепараттар индереү. Был препараттар изотоптар ярҙамында ауырыуҙың сығанағына тәьҫир итә.
2023 йылда асыласаҡ был үҙәк менән бергә республика юғары квалификациялы белгестәрҙе уҡытып сығарыу өсөн заманса уҡытыу-техник базаһы ла аласаҡ. Бында Рәсәйҙә етештереләсәк радиофармпрепараттарҙы клиник рәүештә һынау мөмкинлеге лә буласаҡ.
“Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар был проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереүҙе хупланы. Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенә үҙәкте төҙөү өсөн ер участкаһы һайлау буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
- Әлеге проект бөтөн яҡтан да әһәмиәтле, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Уны тормошҡа ашырыуҙан беҙ һәр яҡлап отасаҡбыҙ: инвестициялар киләсәк, яңы технологиялар һәм заманса аҙымдар менән эш итәсәкбеҙ, иң мөһиме – республика халҡының һаулығын яҡшыртыу буйынса алға ҙур аҙым эшләйәсәкбеҙ.
Читайте нас: