Республика мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин күп ата-әсәләрҙе борсоған һорауға яуап бирҙе. Мәктәп формаһын мотлаҡ алырға кәрәк була, тип белдерҙе ул.Әйткәндәй, Башҡортостан эпидемиология үҙәге яңы уҡыу йылы алдынан тәҡдимдәр әҙерләй. Һаҡланыу ҡағиҙәләре һәм башҡа мәғлүмәттәр уҡыусылар өсөн аңлайышлы һүрәттәр рәүешендә була. Нормалар алдағы ике аҙнала әҙер булырға тейеш.