+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 20:00

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары «Ҙур балет» телепроектында ҡатнаша

Конкурста артистар ҙа, сәнғәткә яңы аяҡ баҫҡан йәштәр ҙә ҡатнаша ала.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары Алиса Алексеева һәм Айрат Мәсәғүтов “Ҙур балет” телепроектының 4-се миҙгелендә ҡатнашасаҡ. Проект 2012 йылда эфирға сығып, ҡатнашыусыларға үҙҙәрен танытырға, һәләтен күрһәтергә һәм профессионал карьерала үҫешергә ярҙам итә. Конкурста артистар ҙа, сәнғәткә яңы аяҡ баҫҡан йәштәр ҙә ҡатнаша ала.
4-се миҙгелдең алып барыусылары - беҙҙең яҡташыбыҙ, донъя опера сәхнәһе йондоҙо Илдар Абдразаҡов һәм Ҙур театр артисткаһы, Миландың Ла Скала балет труппаһы йондоҙо Светлана Захарова.
Читайте нас: