+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 16:30

Баш ҡаланың «Муха» студияһы «Төнъяҡ Амурҙары» тип аталған ижад емешен әҙерләй

Был турала Башҡортостан башлығының «Союзмультфильм» киностудияһы директоры Борис Машковцев менән осрашыуында белдерелде.

Баш ҡаланың «Муха» студияһы «Төнъяҡ Амурҙары» тип аталған ижад емешен әҙерләй. Был турала Башҡортостан башлығының «Союзмультфильм» киностудияһы директоры Борис Машковцев менән осрашыуында белдерелде. Унда һүҙ төбәктә анимация фильмдарын төшөрөүҙе үҫтереү хаҡында барҙы. Борис Машковцев әйтеүенсә, «Союзмультфильм» әле төрлө жанрҙарҙы үҙләштереү, Рәсәй һәм сит ил төбәктәре менән бәйләнештәрҙе нығытыу өҫтөндә эшләй.Әле студия Башҡортостан башлығы заказы буйынса башҡорт яугирҙары хаҡында «Төнъяҡ амурҙары» йәнһүрәтен төшөрә.«Союзмультфильм» төбәк студиялары менән бәйләнештә һәм анимация технопаркы форматында үҫешә. Өфө студияһының улар менән хеҙмәттәшлеге етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеге бирәсәк. Республика башлығы белдереүенсә, әле «Муха» студияһын киңәйтеү буйынса тәҡдимдәр индерелгән. Шулай уҡ урында уҡытыу үҙәге асыу хаҡында ла һүҙ бара, был талантлы йәштәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеге бирә. Өфө мультипликаторҙары фекеренсә, дәүләт яғынан иғтибар эш сифатын күпкә яҡшыртасаҡ, мөмкинлектәр ҙә артасаҡ.
Читайте нас: