-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 12:05

Сибайҙа ҡалаға нигеҙ һалыусыларға һәйкәл барлыҡҡа килә

Сибайҙа ҡалаға нигеҙ һалыусыларға һәйкәл барлыҡҡа килә. Ул ҡаланың юбилейына бүләк булырға тейеш, тип хәбәр итә «Сибайский рабочий» гәзите.

Таусылар проспектының үҙәк аллеяһында ремонт эштәре бара. Куранттарҙың корпусы буятылған. Иҫке асфальт алына, ваҡ таш түшәлә, парк яҡтыртҡыстары ҡуйыла.
Бронзанан ҡойолған скульптура композицияһы төҙөүсе ҡатын-ҡыҙ һәм таусы ир-егет һындарынан (бейеклеге 2,3-2,5 метр), импровизацияланған шахта күтәргесе рәүешендәге стеланан тора (5,5-6 метр). Постаменттың йөҙлөгөн урындағы һоро һәм алһыу төҫтәрҙәге граниттан эшләү күҙаллана.
Яңы һәйкәл өҫтөндә сибайҙарға Таусылар проспекты менән Белов урамы киҫелешендәге скверға ҡуйылған Башҡорт полктарына – 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған монумент буйынса билдәле Мәскәү скульпторы Вадим Кириллов эшләй.
Читайте нас: