+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 18:10

Өфөлә фронтта ҡатнашҡан тимер юлсыларға арналған һәйкәл асыла

31 июлдә 12 сәғәттә Өфө локомотив эксплуатациялау депоһы майҙанында совет һалдатына һәйкәл асыу тантанаһы үтә.

Былтыр уҡ предприятие хеҙмәткәрҙәре совет һалдатына һәйкәл ҡуйыу тураһында тәҡдим итә. Һәйкәлде асыу тантанаһын Еңеү көнөнә планлаштыралар, әммә илдәге эпидемиологик хәлгә ярашлы был ваҡиға кисектерелеп тора.
Дим тимер юлсылары фронт яны зонаһында эшләй һәм фронтҡа ла китәләр. Авиация, артиллерия баҫымында эшләп, улар ил һағында оло ҡаһарманлыҡ күрһәтәләр. Ут һәм бомбалар аҫтында Калининдан Ленинградҡа тиклем поездар йөрөтәләр.
Һуғышта мәрхүм булған тимер юл эшселәре хәтеренә бағышланған композиция авторы – Хәлит Ғәлиуллин.
Читайте нас: