+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 02:30

Өфөлә яңы автокинотеатр асылды

20 июлдә Өфөлә автокинотеатр асылды. Уның өсөн Мәжит Ғафури исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы һайланды.

Автокинотеатр ҡунаҡтары өсөн 54 машиналыҡ урын һәм уңайлы навигация әҙерләнде. Хәҙер кино һөйөүселәр ҙур экранда заманса фильмдар ҡарай аласаҡ, ә тауыш машинаның аудиосистемаһы аша ишетеләсәк. Шулай уҡ майҙанда аш-һыу зонаһы урынлашҡан. Беренсе киносеанс 21 июлдә 00:30 сәғәттә башланды. Кинофильмдар тураһында мәғлүмәт автокинотеатрҙың инстаграм сәхифәһендә яҙылып барасаҡ.
Читайте нас: