Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, 22 июлдә төнөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, күк күкрәп, ҡойма ямғыр, борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйәсәк. Һауа температураһы төндә 14-19°, урыны менән 9° тиклем, көндөҙ 22-27°.
23 июлдә ямғыр яуыуы, йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр, борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, йәшен ваҡытында көсәйә. Төнөн һауа температураһы 10-15 градус, көндөҙ 20-25 градус.
Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан республикаһы буйынса баш идаралығы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә.