-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 17:13

Сочиҙа «Бөтә Рәсәй» заманса журналистика форумы ойошторола

19-25 сентябрҙә Сочиҙа XXIV фестиваль — «Бөтә Рәсәй-2020» заманса журналистика форумы була. Унда Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән, шул иҫәптән Башҡортостандан журналистар, шулай уҡ сит ил журналистары ҡатнаша.

Фестиваль журналистарға юғары оҫталыҡҡа эйә булған һәм халыҡ араһында танылған коллегалары менән осрашыу мөмкинлеге биргән илдең сәйәси һәм мәҙәни тормошонда әһәмиәтле ваҡиға булып тора. Докладсылар һәм эксперттар сифатында абруйлы сәйәсмәндәр, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре сығыш яһай.
Фестиваль майҙансыҡтарында оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар уҙғарыла, ҡыҙыҡлы дискуссиялар ойошторола. Сара «Жемчужина» ҡунаҡханаһында була.
Фестиваль программаһында – көнүҙәк темаларға дискуссиялар, яңы киң мәғлүмәт саралары проекттары менән таныштырыу, билдәле публицистарҙың оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, күргәҙмәләр, танылған фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар.
https://www.bashinform.ru/news/1474896-v-sochi-sostoitsya-traditsionnyy-forum-sovremennoy-zhurnalistiki-vsya-rossiya/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: журналистика
Читайте нас в