-1 °С
Облачно
Новости
21 Июля 2020, 09:00

Башҡортостанда бер аҙнала һыуҙа 35 кешенең ғүмере өҙөлгән

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала Башҡортостанда һыу объекттарында 35 кеше һәләк булған, уларҙың икәүһе – балалар. Бынан тыш, ҡотҡарыусылар дүрт кешене эҙләй. Был хаҡта 20 июлдә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙың артыуына ҡаршы көрәш барышында муниципалитеттар, Дәүләт комитеты, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, эске эштәр органдары менән берлектә һыу объекттарында 3 230 иҫкәртеү рейды һәм патруллек уҙғарылды: 15 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 3,5 меңгә яҡын ирекмән йәлеп ителде», — тине ведомство етәксеһе. Уҙған аҙнала йәнә дүрт пляж асылды, тип өҫтәне ул.
«Башҡортостан Республикаһы махсус йыһазландырылған пляждар асыу буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй, икенсе урында – Һарытау өлкәһе. Өсөнсө урын 25 пляж менән Мари Иле Республикаһында һәм Татарстанда», — тип өҫтәне Фәрит Ғүмәров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 июлдә «Рәсәй» медиаүҙәгендә «Һыуҙа хәүефһеҙлек» темаһына ойошторолған онлайн матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һыуға батҡандарҙың 70 проценттан ашыуы ир-егеттәр булыуын билдәләне.
https://www.bashinform.ru/news/1474635-v-bashkirii-za-nedelyu-v-vode-pogibli-35-chelovek/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: һыуҙа ғәҙәттән тыш хәл
Читайте нас