Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры Ильмар Әлмөхәмәтов: “Был үҙенсәлекле проект. 6 июлдә старт алып, ул бер миҙгел буйына тиерлек дауам итәсәк һәм бер нисә этаптан торасаҡ. Опера либреттоһын яҙыу буйынса махсус дәрестәр үткәреү проекты ғәҙәти түгел икәнен дәлилләй. Рәсәйҙә бындай хәл булғаны юҡ әле. Ҡатнашыусылар билдәле театр эшмәкәрҙәренән оҫталыҡ дәрестәре аласаҡ, уларҙан ҡиммәтле кәңәштәр ишетәсәк. Иң яҡшы либретто донъя күрергә мөмкинселек аласаҡ”, - тип белдерҙе.
Театрҙың художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов та проекты хупланы: “Миңә, опера йырсыһы һәм театрҙың художество етәксеһе булараҡ, был проект бик әһәмиәтле. Был театрҙың репертуарын яңы спектакль менән байытыу ҙа, заманса музыка менән эшләү ҙә, труппаның авторҙар менән аралашыуы ла. Шулай уҡ башҡорт телендә яңы опера әҫәрҙәре тыуыуы – республика сәнғәт үҫеше өсөн генә түгел, беҙҙең төбәктең тотош мәҙәниәте өсөн мөһим. Кесе Ватаныбыҙҙың туған теле һаҡланып ҡына ҡалырға түгел, ә үҫешергә лә тейеш. Яңы опера әҫәрҙәре быға булышлыҡ итәсәк. Мин йырсы булараҡ, яңы опера әҫәрен ишетергә, ә бәлки башҡарырға ла теләйем”.
Ҡатнашырға теләүселәр тулыраҡ мәғлүмәт менән театр сайтында Лаборатория тураһында ҡағиҙәлә таныша ала.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы