+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 11:17

Аҡбуҙатҡа һәйкәл өҫтөндә эштәр тамамлана

Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе янында урынлаштырылған Аҡбуҙат һәйкәле өҫтөндә эштәр тамамланып килә.

"Таш билбау" Касли предприятиеһы белгестәре суйын композицияны тағы бер тапҡыр – был юлы һуңғы тапҡыр буянылар. Аҡбуҙат Бөрйәнгә тиклем оҙон юл үтте һәм ҡанаттары тирәһендә тутыҡ эҙҙәре барлыҡҡа килгәйне. Белгестәр был мәсьәләне уңышлы хәл итте. Өс тонналыҡ скультура яңырып ҡалды.
Әйткәндәй, Аҡбуҙаттың бер ҡанаты ғына 200 килограмм ауырлығында. Ике ҡанаты араһында арауыҡ 3 метрға тиң. Һәйкәлдеңың авторы – Өлфәт Ҡобағошов.
БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин белдереүенсә, илдәге яңы короновирусҡа бәйле хәлгә ярашлы, скульптураны асыу ваҡыты әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа был сара йәйгеһен булыуына өмөт белдерҙе Данир Әхмәҙи улы.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: