-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 11:27

Ибраһим Абдуллиндың 100 йыллығын билдәләргә әҙерлек эштәре бара

Шаран районында Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы саралар үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте. Ибраһим Абдуллин – билдәле башҡорт яҙыусыһы, драматург, публицист һәм шағир, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РФ атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Ултырышта сатирик яҙыусы, билдәле йәмғиәт эшмәкәре Марсель Сәлимов һәм яҙыусының улы, химик фәндәр докторы, профессор Марат Абдуллин ҡатнашты.
Ибраһим Абдуллиндың 100 йыллығында Ерекле ауылы күп функциялы клубында яҙыусының музейын асыу, И. Абдуллин исемен йөрөткән мәктәптә уның мемориал таҡтаһын яңыртыу, фотоальбом, өҫтәл календары кеүек сувенирҙар етештереү кеүек эштәр планлаштырылды. Мәғариф бүлеге вәкиле “Абдуллин уҡыуҙары” төбәк-ара конкурсын үткәрергә тигән тәҡдим индерҙе. БР яҙыусылар союзы һәм журналистар союзы идаралары ағзаһы, Ибраһим Абдуллиндың әҙәби мираҫы комиссияһы рәйесе Марсель Сәлимов яҙыусының 100 йыллыҡ юбилейын үткәреү буйынса республика масштабында әҙәби-мәҙәни саралар тураһында һөйләне.
Ойоштороу комитеты ағзалары Шаран ауылының Ибраһим Абдуллин урамында мемориал-мәғлүмәтле таҡта өсөн урынды һайланылар.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас в