-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 17:24

Бөгөн «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы уҙғарыла

Бөгөн Рәсәй Федерацияһында тәүге тапҡыр «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы уҙғарыла. Артабан ул йыл да билдәләнәсәк. Рәсәйҙә халыҡ традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған. Даими ойошторолған, халыҡ яратып өлгөргән төрлө фестиваль, конкурстар быға яҡшы дәлил.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда фольклорға иғтибар арта бара. Тимәк үҙ асылын табыу, барлау ҡыҙыҡһындыра. Үҙешмәкәр сәнғәт менән шөғөлләнеүселәр ҙә бихисап. Бөгөн республикала 17 468 һәүәҫкәрҙәр клубы уңышлы эшләй. Улар араһынан 838 «халыҡ ижады төркөмө», 385 балалар һәм үҫмерҙәр араһында «өлгөлө» ансамбле бар. Был Рәсәй Федерацияһында иң юғары күрһәткес.
«Рәсәй рухы» Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһына лайыҡ булған ижадсылар - Башҡортостан ғорурлығы! Төрлө йылдарҙа был бүләккә - ағас һырлау оҫтаһы Йәноҙаҡ Ҡылысов, хореограф Миңлеәхмәт Зарипов, ҡурайҙың яңы төрөн уйлап табыусы Вәкил Шөғәйепов һәм сәсәниә Асия Ғәйнуллиналар лайыҡ булды.
Бөтә донъя Фольклориадаһы алдынан республика мәҙәниәт усаҡтарын камиллаштырыуҙы әүҙем алып бара. Ауыл клубтарын заманса итеп үҙгәртеү - Башҡортостан тәжрибәһе уңышлы тип табылды. Күп тармаҡлы ауыл клубтары, моделле мәҙәниәт йорттары, Ғаилә мәҙәни үҙәктәре һөҙөмтәле эшләй.
Үҙешмәкәр ижадсылар Рәсәйҙә генә түгел, ә халыҡ-ара бәйгеләрҙә лә лайыҡлы сығыш яһай, Башҡортостандың ыңғай имиджын тыуҙырыуға булышлыҡ итә.
Уникаль халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау өсөн бик күп эштәр эшләнелә. Башҡортостанда ғына һаҡланып ҡалған - рус халыҡ йырҙарын башҡарыу, башҡорт сәсәндәре ижады һәм ҡурай уйнау оҫталығы, тау мариҙары бейеүе кеүек ҡабатланмаҫ гәүһәрҙәр үҙенә айырым иғтибар талап итә.
Ҙур һәм баҙыҡ мәҙәни саралар республиканың иң яҡшы сәхнәләрендә үтә.Улар араһында «Берҙәмлек – Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале, «Урал моңо» халыҡ-ара төрки йәштәр музыкаль ижады конкурс-фестивале, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале, «Мәргән уҡсы» халыҡ-ара уҡтан атыусылар фестивале, «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика үҙешмәкәр халыҡ коллективтары фестивале һ.б.
2021 йылдың Башҡортостан халыҡ-ара ҙур мәҙәни форум - Бөтә донъя Фольклориадаһын ҡабул итәсәк.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас в