-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2020, 15:07

Өфө композиторының клибы Халыҡ-ара фестивалдә финалға үткән

Марат Фәйзуллиндың “Өфө” исемле клибы Лондонда халыҡ-ара фестивалдә “Музыкаль клип” номинацияһында финалға үткән. Был билдәле Өфө композиторының бер юлы продюсер, режиссер, автор һәм башҡарыусы ролендәге беренсе конкурс эше. Клипты төшөрөүсө оператор – Рөстәм Ғайсин.

ECG Film Festival (Eurasian Creative Guild Film Festival) Евразия төбәгенең кинематограф үҫеше өсөн майҙансыҡ булып һынала. Ул Евразия киноһын үҫтереү һәм профессионал мөхиттә танытыу маҡсатында ойошторола.
Шулай уҡ, ошо уҡ фестивалдең “Музыкаль клип” номинацияһында Nevrida беларус төркөмөнөң “Тыуған яҡ” йыры финалға үтте. Был - Урал Рәшитовтың киң билдәле йырының ижади интерпретацияһы.
Читайте нас в