“Сотворение” Фонды командаһы “Шаяртып та, ысынлап та” проектын 8 йыл дауамында алып бара. Ҡазан, Һамар, Һарытау, Калуга, Пенза ҡалаларында киноальманахтың 30 миҙгеле төшөрөлгән дә инде. Уның фильмдары 100 тапҡыр бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты булды. Улар Рәсәйҙең, Белоруссия һәм Ҡаҙаҡстандың 90-дан ашыу телеканалында күрһәтелә.
Сентябрҙән Стәрлетамаҡта фильм төшөрөү башланасаҡ һәм 3-4 ай дауам итәсәк. Был ваҡыт эсендә балалар актерлыҡ оҫталығы, сәхнә телмәре, пластика буйынса оҫталыҡ дәрестәре аласаҡ, тәжрибәле педагогтар менән шөғөлләнәсәк. Әйтергә кәрәк, сценарий һайлап алынған балаларҙың йәшен, тышҡы ҡиәфәтен, һәләтен иҫәпкә алып яҙыла. Һәр бер сценарийҙа 2-3 төп роль, шуға күрә һәр бер ҡатнашыусы фильмдарҙың төп геройына әүерелә аласаҡ.
Фильмдарҙың сюжетында мәктәп, үҫмерҙәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙары, тиҫтерҙәре һәм өлкәндәр менән мөнәсәбәте темалары сағыласаҡ. Жанрҙар буйынса ла фильмдар төрлө булырға тейеш: мелодрама, притча, комедия, мистик йә детектив жанр. Әммә барыһы ла юмор менән буласаҡ.
Онлайн-кастингта ҡатнашыу өсөн “Сотворение” фондының сәхифәһенә заявка ҡалдырып, видеояҙма төшөрөп ебәрергә кәрәк.
Проектың фильмдары менән һылтанма аша танышырға мөмкин.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы