-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 11:41

Башҡортостанда «Студент яҙы» фестивале быйыл онлайн үтә

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 20 июлгә тиклем “Рәсәй йәштәре” ойошмаһының сайтында “Саралар” бүлегендә регистрация үтергә, фестиваль сайтында махсус регистрация формаһын тултырырға һәм видеояҙманы ебәрергә кәрәк.

Башҡортостан студенттары «Студент яҙы» фестивалендә ҡатнаша ала. Быйыл фестиваль онлайн-форматта үтә һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.
Фестиваль программаһында йыр, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, мода күрһәтеү, журналистика, видео төшөрөү һәм үҙенсәлекле жанр номинациялары ҡаралған.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 20 июлгә тиклем “Рәсәй йәштәре” ойошмаһының сайтында “Саралар” бүлегендә регистрация үтергә, фестиваль сайтында махсус регистрация формаһын тултырырға һәм видеояҙманы ебәрергә кәрәк.
Фестиваль һөҙөмтәләре 1 августа иғлан ителә. Еңеүселәр 5-10 сентябрҙә Дондағы Ростов ҡалаһында Бөтә Рәсәй “Студент яҙы” фестивалендә ҡатнаша ала.
Сығанаҡ - Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас в