+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 09:50

«Башҡортостан гүзәле-2020» конкурсына йомғаҡ яһалды

«Башҡортостан гүзәле-2020» V Республика гүзәллек конкурсына йомғаҡ яһалды. Проекта Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан 16 ҡыҙ ҡатнашты

Конкурста 14 йәшлек Өфө ҡыҙы София Карпова еңеп сыҡты. «Өфө гүзәле» титулы Анастасия Проломоваға бирелде. «Башҡортостандың йәш гүзәле» исемен Наҙгөл Хәсәнова яуланы.
Ҡыҙҙар конкурс барышында визит сығышы, бейеү, интеллектуаль тур, киске күлдәктәрҙә дефиле кеүек сығыштарҙа үҙҙәренең талантын күрһәтте. «Пандемия» темаһына костюмдар кейеп дефиле үткән саҡтары ярыштың иң сағыу өлөшөнә әйләнде.
Конкурс сиктәрендә балалар йорттары, сабыйҙар йорттары, йорт хайуандары өсөн приюттарға ярҙам күрһәткән 16 хәйриә проекты тормошҡа ашырылды.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: