Төрөк тамашасыһы Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе Республика» фильмдары менән таныш. Фильмдар төрөк телендә Altin Koza (Адана), Malatya International Film Festival (Малатья), Рандеву-Истанбул фестивалдәрендә күрһәтелеп, эксперттарҙың баһаһын алды. Картиналарҙың юғары сифаты һәм документаль нигеҙ Төрөк Республикаһы кинематографистары менән профессиональ хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалды.
Кинофестивалдең темалары: «Төрөк мәҙәниәте» һәм «Донъяға төрөксә ҡараш». Фестивалде ойоштороусылар төрки телле халыҡтар режиссерҙарына ярҙам күрһәтеү, яңы исемдәр асыу, тамашасыларҙы Рәсәй, Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Босния һәм Герцеговинаның юғары сифатлы фильмдары менән таныштырыу маҡсатын ҡуйған.
Кинорежиссер Булат Йосопов сарала Башҡортостан Республикаһы исеменән ҡатнаша һәм фильмдарға эксперт баһаһын бирә.
https://www.bashinform.ru/news/1472307-bulat-yusupov-priglashen-v-zhyuri-mezhdunarodnogo-kinofestivalya-v-stambule/