-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 16:25

Республиканың йәш артистары башҡорт теленә арналған клиптар төшөрә

Йәш артистар Башҡорт теле йылында клиптар төшөрә. Был турала кисә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ултырышында танылған артист, «Арғымаҡ» төркөмө етәксеһе Риант Рамазанов белдерҙе.

Проектта Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина, Zainetdin шоу-проекты, рэпер Алтынай Вәлитов, Вәсил Ғафаров етәкселегендәге «Бишбармаҡ» оркестры, Булат DJ Хан, E7E-media студияһы һәм Башҡортостан шоу-бизнесының башҡа вәкилдәре ҡатнаша.
«Йәштәребеҙ клиптар төшөрөргә йыйына. Һәр музыкаль трек башҡорт теленә арнала. Беҙҙең календарь план бар: уларҙы йәйгеһен төшөрәбеҙ, сентябрҙән клиптар эфирға сыға башлай», — тип һөйләне Ринат Рамазанов.
Бөтә ҡатнашыусыларҙың да инстаграмда яҙылыусылары күп, ҡыҙыҡлы маҡсатлы аудитория йыйылды, тип билдәләне ул.
Барлыҡ клиптарҙы 14 декабрҙә ҙур сарала күрһәтеү, шулай уҡ унда Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһау планлаштырыла.
https://www.bashinform.ru/news/1471574-molodye-artisty-v-god-bashkirskogo-yazyka-snimut-seriyu-klipov/
Ләйлә Аралбаева
Теги: башҡорт теле
Читайте нас в