-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 13:43

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе шәжәрә конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Сентябрҙә Асҡын районында «Шәжәрә байрамы» республика халыҡ байрамы ойошторола.

Байрам программаһында — «Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары» ғилми-ғәмәли конференцияһы, шәжәрә, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе, «Шәжәрә» балалар һүрәттәре конкурсы, «Ғаиләм — минең ҡәлғәм» республика конкурсы гала-концерты. Еңеүселәр бүләкләнә.
Халыҡ байрамында шәжәрә төҙөүселәрҙең республика конкурсы ла уҙғарыла. Унда өс категорияла, йәшенә һәм һөнәренә ҡарамайынса, шәжәрә төҙөүселәр ҡатнаша ала:
— мәктәп уҡыусылары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары;
— аспиранттар, урта дөйөм биреү мәктәбе, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары;
— һәүәҫкәрҙәр һәм хаҡлы ялдағылар.
Шәжәрә төҙөүселәрҙең асыҡ республика конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 2020 йылдың 20 авгусына тиклем «Шәжәрә байрамы 2020» билдәһе менән ойоштороу комитетының электрон почтаһына ебәрергә кәрәк: [email protected]
https://www.bashinform.ru/news/1470913-zhiteley-bashkortostana-priglashayut-uchastvovat-v-konkurse-shezhere/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: байрам
Читайте нас в