-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 14:23

Башҡорт дәүләт филармонияһы байрам концерты ойоштора

8 июлдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ йылына арналған ҙур концерт ҡуя.

Унда РФ һәм ТР атҡаҙанған артисткаһы, БР халыҡ артисткаһы Нәзифә Ҡадырова, БР халыҡ артистары Ғәли Алтынбаев һәм Артур Туҡтағолов, БР халыҡ артисы, ТР атҡаҙанған артисы Фәдис Ғәниев, БР һәм ТР атҡаҙанған артисткаһы Лилиә Биктимерова, БР атҡаҙанған артистары Миңзифа Исҡужина, Лилиә Ишемйәрова, Диана Ишниязова, Евгения Цыпина, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Тимур Рамазанов, Искәндәр Ғәзизов, Сабина Кучаева, Рифат Шәрәфетдинов, Резана Актаева, Салауат Мөхәмәтйәров,Салауат Хәлилов, Эльмира Юлдашева, Зөлфир Басыров, Зөлфиә Әхмәтова, Фаяз Йәнтурин, Зилиә Сәфиуллина, Фәрхәт Ғәйнетдинов, бейеүселәр Татьяна Мутафи, Александр Скарженюк, Элина Шәрәфетдинова, Венер Ҡолдәүләтов ҡатнаша.
Концерт «Башкортостан 24» каналында, «Культура.РФ» порталында, филармонияның YouTube-каланында күрһәтеләсәк.
Сара 19 сәғәттә башлана.
Сығанаҡ - Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас в