-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 11:38

Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе волонтер үҙәктәре араһында конкурс бара

Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе волонтер үҙәктәре араһында беренсе Бөтә Рәсәй конкурсына заявкалар ҡабул ителә. Ул «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә үтә. Ойоштороусылары - Рәсәй мәҙәниәт министрлығы, Роскультпроект һәм Волонтер үҙәктәре ассоциацияһы.

Конкурстың приз фонды – 1 миллион һум. Ҡатнашыу өсөн мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе коммерциялы булмаған ойошмалар, белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениелары, волонтер үҙәктәре саҡырыла.
Заявкалар 2020 йылдың 26 июленә тиклем ҡабул ителә. Конкурс шарттары менән һылтанма буйынса танышырға була.
Сығанаҡ - https://www.kulturarb.ru/
Читайте нас в