Ҡала мэры һөйләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Өфөгә 100 000 ашыу кеше, 60-тан артыҡ предприятие күсерелә. «Һәр дүртенсе двигатель беҙҙең яғыулыҡ менән тәьмин ителә, ә фронт өсөн күпме гимнастерка һәм башҡа әйберҙәр тегелә. Беҙ беренселәрҙән булып ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булырбыҙ тип ышанам», — тип билдәләне Өлфәт Мостафин.
Тауыш биреү Өфө тарихы музейында бара. Ул иртәнге сәғәт 10-дан киске 8-се 30 минутҡа тиклем эшләй, дүшәмбе – ял. Ҡултамға йыйыуҙа 14 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша ала. Бөтә ҡултамғалар Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен биреү өсөн ғаризаға индерелә.
2020 йылдың 1 мартында Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһында «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» маҡтаулы исемен биреү тураһында» 41-се федераль законға ҡул ҡуйҙы. Бындай исем Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡы ҡаланың сәнәғәт предприятиеларында туҡтауһыҙ хәрби һәм граждандар продукцияһы етештереп, хеҙмәт батырлығы, фиҙакәрлек күрһәткән Рәсәй ҡалаларына бирелә.
https://www.bashinform.ru/news/1465576-v-ufe-nachalsya-sbor-podpisey-za-prisvoenie-stolitse-zvaniya-gorod-trudovoy-doblesti/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы