«Әйҙәгеҙ, мәҙәниәт учреждениеларын асыу йәһәтенән бергәләп уйлашайыҡ. Роспотребнадзор менән һөйләшеү һәм килешеү уҙғарып өлгөрһөндәр өсөн ҡасан әҙер булыуығыҙҙы әйтегеҙ һәм яйлап аса башлағыҙ», — тине Радий Хәбиров.
24, 26, 27 июндә — күп халыҡ ҡатнашлығындағы саралар, 30 июндә Халыҡ-ара форум уҙғарыла, унда 50-нән ашыу кеше ҡатнаша, тип билдәләне республика башлығы. Шуға бәйле ул юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерергә ҡушты.
https://www.bashinform.ru/news/1464508-radiy-khabirov-poruchil-opredelit-gorizonty-otkrytiya-uchrezhdeniy-kultury-bashkirii/
Теги: мәҙәниәт учреждениелары