+5 °С
Ясно
Новости
23 Июня 2020, 11:37

Өфөлә асыҡ һауала бушлай «Һеңлекәш» фильмын күрһәтәләр

Өфөлә асыҡ һауала бушлай Александр Галибиндың Мостай Кәрим повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмын күрһәтәләр. Уны «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында ҡарарға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡала халҡының Өфө үҙәгендә яратҡан таҫмаларын ғәҙәти булмаған форматта ҡарау мөмкинлеге барлыҡҡа килә, тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Тәүгеһе Еңеү парады уңайынан 24 июндә бушлай күрһәтелә. Йыйылыу ваҡыты – киске 10-сы 30 минут, сеанс сәғәт 10-да башлана.
Урындар һаны сикле, урындарға +79196124049 телефоны буйынса заказ бирергә була. Бронь булмаһа, автомобилдәр ҡарауға индерелмәй. Өфөләргә радиоалғыслы автомобиль кәрәк – тауыш машинаға трансляциялана.
Ойоштороусылар – Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы.
https://www.bashinform.ru/news/1464878-v-ufe-besplatno-pod-otkrytym-nebom-pokazhut-film-sestrenka/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: кино
Читайте нас