«Беҙ әлегә дежур төркөмдәрҙе генә астыҡ, асылда 280 баланың 14-15-генә йөрөй. Был мәсьәлә лә инфекцияның нисек таралыуына бәйле, — тине республика башлығы. — Күҙәтеүемсә, ҡайһы бер биләмәләрҙә баҡсаларҙы асҡас, сир таралыу осраҡтары теркәлде, һәм уларҙы яба башланылар. Мин улай эшләргә теләмәйем. Инфекцияның ныҡ таралмауына һәм беҙ балалар баҡсаларында ауырыуға юл ҡуймау өсөн шарттар тыуҙыра алырыбыҙға тамам ышанһам, шундай ҡарар ҡабул итербеҙ».