«Хәҙер башҡорт телен өйрәнергә теләгән һәр кем телефонына беҙҙең ҡушымтаны күсерә һәм уға көнөнә 10 минут ваҡытын бүлә ала. Ҡушымта 117 дәрестән, 39 бүлектән һәм 1,5 мең һүҙҙән тора. Был һүҙҙәр минең тауышым менән яҙҙырылған», — тип һөйләне Заһир Зәйнетдин.
Артист һүҙҙәренсә, көн һайын башҡорт теленең ябай һүҙҙәре менән танышыу өйрәнеү процесын еңеләйтә. Тест системаһы белемдәге етешһеҙлектәрҙе асыҡларға ярҙам итә.
Ҡушымтаны әҙерләүселәр – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Фәнзилә Ғәзизова. Эш дауам итә, бөгөнгә ҡушымтаның биш бүлеге файҙаланыуға әҙер.
Кисә «Торатау» конгресс-холында «Башҡорт теле: яңы ҡараш» тип аталған сара уҙҙы. Унда башҡорт телен популярлаштырыу проекттары менән таныштырҙылар. Презентацияла проект авторҙары һәм әҙерләүселәр ҡатнашты. Киң аудитория өсөн БСТ телеканалында һәм социаль селтәрҙә тура трансляция ойошторолдо.
Сара барышында ҡатнашыусыларға башҡорт телен өйрәнеү өсөн видео-дәрестәр һәм мобиль ҡушымталар, Бәйләнештә һәм iTunesта башҡорт телендә беренсе подкастар, «Аҫылташ» йәштәр бренды тураһында һөйләнеләр.
Әлеге сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторҙо.
https://www.bashinform.ru/news/1463525-multiinstrumentalist-zagir-zaynetdin-prezentoval-prilozhenie-po-izucheniyu-bashkirskogo-yazyka/