Бөтә эштәрҙе башҡарып сығыу һөҙөмтәләре буйынса беренсе урын Абдуллиндар ғаиләһенә бирелде (төбәк кураторы – латыш тарихи-мәҙәни үҙәге).
Икенсе урынға Фәхриевтар һәм Юлбарыҫовтар ғаиләһе («Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге), шулай уҡ Яхьяевтар («Никольский ҡорамы» тарихи-мәҙәни үҙәге) лайыҡ булды.
Өсөнсө урын Лобановтар («Ҡыҙылъяр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге) һәм Аҡбулатовтар (Төмән өлкәһе, ХМАО- Югра башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге) ғаиләләренә тапшырылды.
Ғаилә онлайн-квесында ҡатнашыусыларҙың эштәрен ҡарау йомғаҡтары буйынса жюри ағзалары махсус номинациялар бүлергә хәл итте. «Иң шәп визитка» номинацияһында Матвеевтар ғаиләһе еңеүсе булды (куратор – сыуаш тарихи-мәҙәни үҙәге). «Иң матур һүрәт» номинацияһында бүләк Карпуниндарға бирелде (украин тарихи-мәҙәни үҙәге). Иң яҡшы «Салауат пирамидаһы»н Хәсәновтар төҙөгән, иң оҫта шиғыр сығарыусылар – Суриндар (ХМАО – Югра башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге). Шәмсетдиновтар ҙа махсус призға лайыҡ булды («Ҡыҙылъяр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге).
«Күпме быуат үтһә лә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың Башҡортостан халыҡтарын берләштереүе, ғаиләләрҙе бергә туплауы бик ҡыуаныслы, — тине конкурсы ойоштороусы, «Ҡыҙылъяр» рус тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Венера Фарганова. – Беҙҙең квеста шундай сағыу, матур ғаиләләр ҡатнашты!».
Сара 2020 йылдың 8 июнендә башланды. Унда ата-әсә (йәки уларҙың береһе) һәм 16 йәшкә тиклемге балаларҙан торған командалар ҡатнашты. Муниципаль райондарҙың биләмәһендә төбәк операторҙары булып Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары сығыш яһаны.
Ғаилә онлайн-квесында ҡатнашыуға бөтәһе 18 ғариза килде. Конкурстың географияһы Башҡортостанды ғына түгел, ХМАО – Юграны ла үҙ эсенә алды.
https://www.bashinform.ru/news/1462341-v-bashkortostane-proshel-semeynyy-onlayn-kvest-posvyashchennyy-salavatu-yulaevu/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы