Премьер-министр Михаил Мишустин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
— быйыл Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы уҡыусыларҙың ағымдағы билдәләре йомғаҡтары буйынса уҙғарыла, был 9-сы һәм 11-се кластарҙа аттестат тапшырыу өсөн нигеҙ булып тора;
— Берҙәм дәүләт имтиханын юғары уҡыу йортона инергә йыйынғандар ғына бирергә тейеш;
— ҡарар шулай уҡ «һынау имтиханы» төшөнсәһен нығыта, Мәғариф министрлығы уны Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә 29 һәм 30 июндә уҡыусыларҙан башҡа үткәрергә йыйына.
Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренең ниндәй булыуына ҡарамайынса, аттестатында тик бишле билдәләре булған барлыҡ ун беренсе класс уҡыусыларына «Уҡыуҙағы уңыштары өсөн» миҙалы тапшырыла.