-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 19:35

Ғәскәров исемендәге ансамбль артисы Айбулат Баһауетдинов халыҡ-ара проектта ҡатнаша

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы Айбулат Баһауетдинов бейеү сәнғәтенә арналған халыҡ-ара онлайн-проектта ҡатнаша.

Коллективтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сығышты 12 июндә киске сәғәт 6-ла (Мәскәү ваҡыты) instagram.com/idc.danceisdance аккаунтында ҡарарға мөмкин.
«Мин башҡорт бейеүен халыҡ-ара кимәлдә танытыуыма, ысын башҡорт рухын күрһәтеүемә шатмын. Халҡыбыҙҙың бик ҡыҙыҡлы тарихы, бай мәҙәни мираҫы бар, башҡорт бейеүе уның айырылғыһыҙ өлөшө булып тора», — ти Айбулат Баһауетдинов.
International Dance Center — донъяның профессиналь артистары төрлө бейеү йүнәлештәре буйынса онлайн оҫталыҡ дәрестәре үткәргән проект ул. Ай һайын проектты ойоштороусылар яңы йүнәлештәр менән таныштыра. Июнь халыҡ бейеүе айы булды.
Тәүге оҫталыҡ дәресен Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Игорь Моисеев исемендәге ансамбль артисы Рәмил Мехдиев, артабан Кубань казак хорының балет артистары Варвара Губарева һәм Ангелина Демина күрһәтте.
https://www.bashinform.ru/news/1460447-artist-ansamblya-im-gaskarova-aybulat-bagautdinov-primet-uchastie-v-mezhdunarodnom-proekte/
Ләйлә Аралбаева
Теги: бейеү, Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль
Читайте нас в