-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 14:53

Рәсимә Ураҡсина исемендәге төбәк-ара шиғри конкурс иғлан ителде

Быйыл шағирә, ғалимә, педагог Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тула. Уға арнап Башҡортостанда төбәк-ара шиғри конкурс иғлан ителде.

Әйткәндәй, Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурста Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән мәктәп йәшендәге башҡорт балалары ҡатнаша һәм Башҡорт теле йылына арналған берәр шиғыр ебәрә ала. Әҫәрҙәр шулай уҡ тыуған ил, тыуған ер тураһында, йәнә ирекле темаға ла булыуы ихтимал. Ойоштороусылар итеүенсә, иң мөһиме — башҡорт теленең матурлығы сағылырға тейеш.
Ижад емештәрен түбәндәге адресҡа һалырға кәрәк: [email protected] ru. Балаларҙы матур бүләктәр һәм Рәсимә Ураҡсина исемендәге премия көтә. Конкурс 15 сентябргә тиклем бара. Һөҙөмтәләр социаль селтәрҙәрҙә, мәғлүмәт сығанаҡтарында иғлан ителәсәк.
Читайте нас в