Абитуриент юғары уҡыу йорто сайтынан шәхси кабинет аша форма тултырып, документтарҙың күсермәһен беркетергә тейеш буласаҡ. Документтарҙың төп нөсхәһен, медицина тикшереүен үтеү хаҡында белешмәне уҡыу йылы башында тапшырырға мөмкин. Башҡорт дәүләт университетында иһә документтар19 июндә ҡабул ителә башлай. Ҡабул итеү тәртибе шулай уҡ дистанцион рәүештә уҙа. Шулай уҡ алдан әйтелгән тәртип буйынса. Абитуриентарҙан электрон имза кәрәкмәй.