«Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эше ауыр, күп көс талап итә, көндәлек ығы-зығыла гел генә лайыҡлы баһаланмай. «Өфө ҡалаһы торлаҡ-коммуналь хужалығының маҡтаулы хеҙмәткәре» исемен булдырырға ваҡыт етте. Бер кем дә ҡаршы килмәйҙер тип уйлайым», — тине Өлфәт Мостафин.
Мэр был ҡарарҙы ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов һәм депутаттар менән килешеп эшләне.
http://www.bashinform.ru/news/1457189-v-ufe-uchredyat-novoe-pochetnoe-zvanie/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы