-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 18:37

Дастан, Ямих, Эрвий: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре

2020 йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда йәшәүселәр балаларына һирәк осраған исемдәр ҡушҡан: гражданлыҡ хәле акттарын теркәү китабында Адам, Аллим, Альтаир, Анил, Арат, Архан, Асман, Билол, Гамлет, Гаффар, Гор, Давир, Далгал, Далер, Дастан, Демьян, Джабраил, Дияр, Клим, Лукьян, Мамур, Мират, Мөхәммәтйософ, Нил, Нурлан, Нурмат, Онур, Ранэль, Ролан, Рэм, Сәйҙәш, Саньяр, Тупар, Улан, Харитон, Элиф, Эльмар, Эмран, Эрвий, Элёр, Эмерик, Ямих бар.

Был хаҡта Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты сайтында хәбәр ителә.
Малайҙар араһында Артем, Артур, Арыҫлан, Асҡар, Иван, Тимур, Эмир, Әмир, Максим, Кирилл, Мирон, Таһир, Самир, Рамаҙан, Даниэль, Роман, Матвей, Тимофей, Семён исемдәре популяр.
Ҡыҙҙарға йышыраҡ Алина, Әминә, Амелия, Арина, Анастасия, Дарина, Дарья, Самира, София, Софья, Ксения, Риана, Милана, Ева, Александра, Анна, Камилла, Полина, Карина, Виктория, Вероника, Мәҙинә, Элина тигән исемдәр ҡушҡандар.
Һирәк осраған исемдәрҙән: Айна, Айлина, Айтина, Ариэлла, Афина, Виана, Гвиневра. Данна, Девика, Евангелина, Ивета, Изотелла, Инель, Лагерта, Лея, Лилита, Луна, Мирра, Мила, Миряна, Миллианна, Мия, Мишель, Наида, Наоми, Паулина, Райана, Рия, Тарья, Севинч, Уралиә, Фредерика, Хәтижә, тип хәбәр итте «Аргументы и факты — Башкортостан» баҫмаһы.
Ике исемле балалар ҙа бар: Артур-Эбука, Омер-Халис, Амиели-Фату, Әмир-Аслан.
http://www.bashinform.ru/news/1457825-dastan-yamikh-erviy-v-goskomyuste-bashkirii-nazvali-redkie-imena-novorozhdennykh-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
Читайте нас в