-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 11:17

Башҡортостанда Аҡбуҙат һәйкәлендәге биҙәү эштәренең яртыһынан ашыуы тамамланды

Был турала Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөрйән районында башҡорт эпостары геройы Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла. Һәйкәлде рәсми асыу тантанаһы быйыл йәй көтөлә.
«Барыһы ла алдан уйланылғанса барһа, күңелдә шундай рәхәт. Бөгөн оҫталар Аҡбуҙат һәйкәлендәге биҙәү эштәренең яртыһынан ашыуын тамамланы. Толпарҙы күтәреп торған тулҡындар матур формаға әүерелә. Тиҙҙән эскәмйәләр ҡуйырбыҙ һәм Аҡбуҙатыбыҙҙың Йылҡысыҡҡан күленән сығыуын ҡарап ултыра алырбыҙ», — тип хәбәр итте Данир Ғәйнуллин.
http://www.bashinform.ru/news/1457385-v-bashkortostane-bolshaya-chast-oblitsovochnykh-rabot-na-pamyatnike-akbuzatu-zavershena/
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в