+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 12:32

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү 1 июлгә тәғәйенләнде, был көн ял була

Рәсәй президенты Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙең 1 июлгә тәғәйенләнеүен белдерҙе. Бындай ҡарар Конституцияны үҙгәртеү буйынса эш төркөмө ағзалары менән осрашыуҙан һуң ҡабул ителде.

«2020 йылдың 1 июлендә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр ҡабул итеү буйынса тауыш биреү ойошторола», — тип иғлан итте дәүләт башлығы.
Үҙәк һайлау комиссияһы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе һаҡланыу шарттарында Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса бөтә Рәсәй тауыш биреүен уҙғарыу ҡағиҙәләрен әҙерләне. Был турала Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, Үҙәк һайлау комиссияһы сир йоҡтороу хәүефен кәметеү өсөн нисек эшләргә кәрәклеген яҡшылап уйланы. Үҙәк һайлау комиссияһы башҡа илдәрҙә пандемия осоронда һайлау үткәреү тәжрибәһен иҫәпкә алды һәм Роспотребнадзор менән берлектә ошондай шарттарҙа тауыш биреү ойоштороуҙың ҡәтғи ҡағиҙәләрен әҙерләне, тип билдәләне Памфилова. Ике ведомствоның да тейешле документтары Рәсәй төбәктәренә ебәрелде.
Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү көнө, 1 июль, ял тип иғлан ителде.
http://www.bashinform.ru/news/1457081-golosovanie-po-popravkam-v-konstitutsiyu-rf-naznacheno-na-1-iyulya/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: тауыш биреү, конституция
Читайте нас: