+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 18:28

Өфө мэры Ҡала көнөн байрам итеүҙе күсереү тураһында белдерҙе

Өфө мэры Өлфәт Мостафин 2 июндә баш ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә быйыл Ҡала көнөн һуңыраҡ датаға күсерергә кәрәклеген белдерҙе.

«12 июнь — Ҡала көнөн 11 октябрҙә Республика көнө менән бергә билдәләргә тигән тәҡдим индерелде. Был мөрәжәғәт ҡала Советына ебәрелде. Тиҙҙән депутаттар ҡарар ҡабул итергә тейеш», — тине ҡала башлығы.
Ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, салют та күсерелә.
«Күмәкләп байрам ойоштороу ваҡыты етмәгән әле. Беҙҙә пандемияға ҡаршы көрәш дауам итә», — тине Өлфәт Мостафин.
http://www.bashinform.ru/news/1457170-mer-ufy-zayavil-o-perenose-prazdnovaniya-dnya-goroda/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Ҡала көнө
Читайте нас: