+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 14:12

Белемле абитуриенттарға уҡыуға ингәндә ташлама була йәки стипендия түләнә

Өфө дәүләт авиация техник университеты буласаҡ студенттары өсөн үҙенсәлекле программа тәҡдим итә.

Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһе буйынса 190 балл йыйған абитуриентҡа түләү өсөн 5 процент ташлама бирелә. Ә 241 балл булған осраҡта, ташлама 30 процентҡа етә. Имтихандарҙың береһендә 100 балл йыйған абитуриентҡа 100 мең һум премия түләнә. Бынан тыш, уҡыу йортонда фән олимпиадалары еңеүселәренә 50 мең һумлыҡ стипендия түләргә вәғәҙәләйҙәр.
Читайте нас: