-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 10:00

Башҡортостанда балалар лагерҙарын асыу көнөн иғлан иттеләр

Республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостанда балалар лагерҙарын асыу көнө хаҡында иғлан иттеләр. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, һәр муниципалитеттағы эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, балалар һауыҡтырыу лагерҙарын этаплап асыу графигы әҙерләнгән.

8 июндә балалар шифаханаларында, шифаханаларҙа һәм шифахана-һауыҡтырыу лагерҙарында һынау саралары башлана. Башҡортостанда бындай учреждениелар — 28. Улар 15 июндән балаларҙы ҡабул итергә әҙер булырға тейеш.
22 июндән башҡа учреждениеларҙа – ҡала ситендәге лагерҙарҙа, мәктәп яны лагерҙарында, хеҙмәт һәм ял лагерҙарында әҙерлек башлау күҙаллана. Июлдән улар балаларҙы ҡабул итергә әҙер була.
Бөтәһе 200 мең самаһы баланы ял иттереү күҙ уңында тотола.
Әлеге ваҡытта республикала балаларҙы ял иттереү һәм һауыҡтырыу ойошмалары реестрында 2 157 учреждение бар.
«Беҙ лагерҙарҙы 13 июлдә асырға йыйынғайныҡ. Хәҙер хәл 1 июлдә үк асырға мөмкин икәнлеген күрһәтә. Ләкин эпидемиологик хәл тотороҡло булмаһа, асмайбыҙ. 1 июль — эш версияһы. Бөтә нәмә халыҡтың барлыҡ талаптарҙы үтәүенән тора», — тип билдәләне республика башлығы Радий Хәбиров.
ww.bashinform.ru/news/1456879-v-bashkirii-obyavili-o-date-otkrytiya-detskikh-lagerey/
Читайте нас в