-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 11:36

2020 йылдың яҙында Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында 307 мәҡәлә яҙылды

1 июнгә ирекмәндәрҙең Wikimedia CEE Spring 2020 халыҡ-ара конкурсы тамамланды. 28 урындағы тел википедияһы, шул иҫәптән башҡорт телендәгеһе, быйыл яҙ илдәрҙең һәм халыҡтарҙың мөһим йәшәү темалары хаҡында бөтәһе 16 686 мәҡәлә яҙҙы.

Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында 307 мәҡәлә яҙылды. Элекке йылдарҙағы кеүек, күпселек мәҡәләләр украин википедияһында — 92. Саҡ ҡына аҙыраҡ, 90, — белорус телендә яҙылды. Төрөк телендәге википедия — 43 «башҡорт мәҡәләһе», азербайжан һәм поляк — 13-әр, латыш — 10, венгр һәм словак — 7, эстон — 6.
«Поляк телендә Өфөнән трамплиндан һикереүселәр Артур Солтанғолов һәм Эмиль Мөлөкөв хаҡында мәҡәләләр баҫылып сыҡты. Былар – талантлы спортсылар тураһында тәүге вики-мәҡәләләр. Азербайжан телендә «Аҡбуҙат» ипподромы хаҡында мәҡәлә донъя күрҙе», — тип хәбәр итте вики-ирекмәндәр.
Башҡорт ирекмәндәре, ә улар араһында билдәле «вики-өләсәйҙәр» бар, 182 мәҡәлә яҙҙы. Күпселеге, 33-ө, — Австрияға һәм уның халҡына; 20-һе Венгрияға һәм венгр мәҙәниәте арналды.
«Мәҡәләләр тәү сиратта киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртылған темалар тураһында яҙыла. Әйтәйек, Польшала трамплиндан һикереү һәм мотоспорт бик популяр; унда көйәрмәндәр беҙҙең спортсыларҙы ныҡ ярата, улар хаҡында мәғлүмәт кәрәк, — тип һөйләне Рөстәм Шәйәхмәтов. — Конкурсты үткәреү тәжрибәһе күрһәтеүенсә, вики-мәҡәләләр яҙыу – теләгән һәр кемгә үҙенең халҡы, иле тураһында һөйләүҙең шәп алымдарының береһе».
http://www.bashinform.ru/news/1456824-pro-bashkortostan-i-bashkirskiy-narod-za-vesnu-2020-goda-napisano-307-statey/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в