+5 °С
Ясно
Новости
1 Июня 2020, 10:06

Республикала музейҙар һәм китапханалар эшен тергеҙәләр

1 июндән Башҡортостанда айырым инеү урыны булған музейҙар һәм китапханалар эшләй башлай, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттәге кәңәшмәлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров әйтеүенсә, әгәр музей Мәҙәниәт йортонда йәки һарайында урынлашҡан икән, ул әлегә асылмай.
Үҙ эшен башлаған музейҙар һәм китапханалар өсөн мотлаҡ талап – битлек режимын үтәү, температураны үлсәү, биналарҙа дизенфекция үткәреү.
Бөгөндән Башҡортостанда сауҙа үҙәктәре асыла, Мәскәүҙән һәм башҡа төбәктәрҙән ҡайтҡандар өсөн мотлаҡ изоляция бөтөрөлә.
Читайте нас