-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 14:22

Өфөлә фонтандар эшләй башланы

1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнөндә Башҡортостандың баш ҡалаһында күпселек фонтандар эшләй башланы.

Тәүгеләрҙән булып Театр майҙанында «Ете ҡыҙ», Салауат Юлаев майҙанында «Ҡурай», Ленин исемендәге паркта (элекке Александр Матросов баҡсаһы йәки Ушаков паркы), «Башҡортостан» дәүләт концерт залы янында һәм башҡа фонтандар асылды.
«Бөгөн фонтандарҙы асабыҙ. Тормош дауам итә, ләкин һаҡланыу саралары тураһында онотмағыҙ – хәүефле инфекция менән даими көрәштә йәшәргә өйрәнәбеҙ», — тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 1 июлдә Өфөлә «Имәндәр» скверында «Торналар» яңы музыкаль фонтанын асырға йыйыныуҙары тураһында хәбәр иткәйне.
Читайте нас в