-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 15:03

Башҡортостанда 1 июндән сауҙа үҙәктәре асыла

Башҡортостанда 1 июндән сауҙа үҙәктәре асыла. Был турала бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

«Ошо бизнес вәкилдәренә әгәр беҙҙә хәл яҡшырһа, сауҙа үҙәктәрен асырға вәғәҙә биргәйнем. Коллегаларым мине күндерҙе, мин дә шундай ҡарар ҡабул итәм – бөгөндән сауҙа үҙәктәрен асабыҙ», — тине республика етәксеһе.
Сауҙа үҙәктәрендә һатыу иткән предприятиеларға ғына эшләргә рөхсәт бирелде, йәмәғәт туҡланыуы системалары, фудкорттар, балалар һәм күңел асыу бүлмәләре, кинотеатрҙар асылмай.
«Әйткәндәремдең барыһы ла указда бар. Бөгөн көндөҙгө сәғәт 1-ҙә ошо указға ҡул ҡуйыла. Ҡабатлайым, сауҙа үҙәктәрендә һатыу ғына рөхсәт ителә. Беҙ бында сауҙа үҙәге акционерҙарынан һәм хужаларынан бигерәк, ошо үҙәктәрҙә нимәлер һатҡан бәләкәй бизнес вәкилдәренең теләген үтәйбеҙ. Аҡса эшләй башлаһындар», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Сауҙа үҙәктәрендә битлек режимын үтәү мотлаҡ. Дезинфекция ҡағиҙәләрен һәм битлек режимын боҙған сауҙа үҙәктәре ябыла.
Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, төбәктә COVID-19 йоҡтороусыларҙың кәмеүе күҙәтелә. Бынан тыш, Өфө эргәһендә яңы йоғошло сирҙәр үҙәген асыуға бәйле койка фонды һаны арттырылды.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ике ай тулы изоляция режимынан һуң талаптар бер аҙ йомшартыла, ләкин 65 йәштән өлкәндәр өсөн бер нимә лә үҙгәрмәне: улар элеккесә хәүеф зонаһында һәм бынан алда билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәргә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1456748-v-bashkirii-s-1-iyunya-otkryvayut-torgovo-razvlekatelnye-tsentry/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Башҡортостан башлығы, коронавирус, изоляция
Читайте нас: