+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2020, 00:16

Артистар тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр

Йәйәүләп «своим ходом» Элегерәк, бигерәк тә 80-се йылдар урталарында спектаклдәр менән театр Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә — «Химик», йә Машина төҙөүселәр Мәҙәниәт һарайҙарында сығыш яһай. Спектакль башланыуға күпмелер ваҡыт ҡалғас театр автобусы, артистарҙы туҡталыштарҙан юл буйлап йыйып, ултыртып ала.

Бер мәл Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Сәғитова спектаклгә үҙ яйы менән — « Өфө универмагы»нан ултырып йәмәғәт транспортында килгәндә башҡа артистар инде гримгә ултырған була. — Гүзәл, һин йәйәү килдеңме ни, юҡҡа һине «своим ходом» килә тимәгәндәр икән, — тигән була ти бер актриса. Бушҡа такси Мөҙәрис Мөсифуллиндың «Тиҫкәре ир, насар ҡатындар» комедияһы тамамланғандан һуң, унда уйнаусы Башҡортостандың халыҡ артисы Муллаян Сөйәрғолов, кем менәндер һүҙгә килешеү сәәбәпле сит планета кешеһе гримын (ҡыҙылға буялған бите буйлап ике ҡалын күк һыҙат төшкән) һөртөргә лә онотоп театрҙан атылып сыға һәм Ленин урамына такси тоторға йүгерә. Бер такси ла уны алырға теләмәй, һәммәһендә ҡурҡыу ҡатыш аптыраулы ҡараш. Ниһайәт, береһенә кереп ултыра артист. Өйөнә ҡайтып еткәс, күпме түләргә ҡустым, тип һорауға, ҡурҡышынан йөҙө ап- аҡ булған таксист: « Бер тинең дә кәрәкмәй, сыҡ тиҙерәк!»,- тип ҡысҡыра. Ни хаҡы бар!? Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина иртән репетиция башларға йөрөй. Барыһы ла йыйылған, режиссер бик етди ҡиәфәттә. Шул мәл залда ултырған артист Кашаф Нәзиров: -Шәүрә Мусовна, мин Һеҙҙе бөгөн төшөмдә күрҙем әле, — ти. Күп тә үтмәй Кашаф Нәзиров, «ник ауыҙымды астым икән» тигән көнгә төшөргән, асынан да асы яуап ишетә: — Какое имеешь Һин право мине төшөңдә күрергә!…. Метролағы Петро Ленинград ҡалаһында гастролдәр барған мәл. Асия Нафиҡова һәм Нурия Ирсаева был көндө, буш булыуҙарынан файҙаланып, ҡала ҡыҙырырға, баҙар күрергә сығып китәләр. Сумкаларын ныҡ ҡына тултырғас, ҡайтырға йыйынып, метро янындағы эскәмйәгә килеп ултыралар, кәйефтәре шәп. Шул мәл Асия Нафиҡова: -Нисек ҡайтып етер инек, Әлдә бар әле метро, ти. Күп тә үтмәй Нурия Ирсаева рифманы дауам итә: Әйберҙәрҙе күтәрергә Булһын ине бер Петро, — тип, шиғри юлды оҫта ғына ослап ҡуя. Һәм актрисалар үҙҙәренән — үҙҙәре ҡысҡырып көлә башлай. Шул мәл, ҡараһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр: алдарында, уларҙы тауыштарынан танып яндарына туҡтаған Рифҡәт Исрафилов баҫып тора!… Режиссерға – «Петро» булып, сумкаларҙы күтәреп, ҡунаҡханаға атлауҙан башҡа сара ҡалмай. Ҡунаҡханаға ҡайтҡас та улар: Рифҡәт Вәкилович, рәхмәт һеҙгә, сәй эсергә керегеҙ, тиҙәр ҙә, номерҙарын да әйтергә онотоп, китеп баралар. Рифҡәт Вәкил улы коридорға сығып, былар ҡайһы номерҙа һуң әле, тип аптырап торғанда тағы ла әлеге таныш көлөү тауышы яңғырай, режиссер шул яҡҡа ыңғайлай. Ябайлыҡта – бөйөклөк. «Янғантау» шифаханаһында «Аты барҙың — дәрте бар» комедияһы уйналасаҡ. Артистар юлдан арып — талып килгән. Уларҙы тамаҡ ялғап алырға саҡыралар. Ашханала Илдар Ғүмәров, ризыҡ һалынған тәрилкәләрҙе тотоп, ҡалаҡ- сәнскеләр алырға онотоп, бер өҫтәл артына барып ултыра. Арыған артист ашхананың теге башына ҡабат барырға иренә һәм «уйнап» алырға була (батшаларса тауыш менән фарман бирә): -Гөлли Арыҫлановна, миңә приборҙар килтерегеҙ әле, зинһар, ти, һәм шунда уҡ батшабикәләрсә ғорур яуап ишетә: -Ә ниңә, килтерәм!.. Актриса уйынды ихлас ҡабул итеп, ашхананың ҡалаҡ- сәнскеләр торған осона ыңғайлай. «Бер- ике кешене тешләйһем бар!…» Бер мәл театр, янғындан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театының Бәләкәй залында эшләгән осоронда репетицияға тип, һуңлап ҡына Муллаян Сөйәрғолов килеп инә. Кәйефе юҡ. Ни булды, тип һорай артистар. Баҡһаң, уны урамда эт тешләгән булып сыға. — Ҡоторған булмаһын, кисекмәҫтән «от бешенства» прививка эшләтергә кәрәк, — тип ғауға ҡуптара актрисалар. Муллаян Сөйәрғолов бер ниҙә әйтмәй. Бер аҙҙан телгә килеп: — Юҡ, укол әлегә эшләтмәйем, театрҙа бер нисә кешене тешләйһем бар, — тип яуап бирә. Баш эйергә? Юҡ!… Бер мәл Муллаян Сәйәрғолов спектаклдән һуң баш эйергә лә ҡалмай, ҡабаланып, алдан ҡайтып китә. «Оперативка» мәлендә уға иҫкәрмә яһайҙар. «Баш эйеү спекталдең дауамы, уйнаған артистарҙың барыһы ла сығырға тейеш», — тип ҡабаттан иҫкәртәләр. Муллаян ағай торған – торған да: «Башҡорттар бер ваҡытта ла баш эймәгән», — тип яуап биргән. Иҫтәлектәр менән Илдар Ғүмәров һәм Нурия Ирсаева уртаҡлашты
Читайте нас: