+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 18:40

Яҙҙың һуңғы көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Яҙҙың һуңғы ял көндәрендә Башҡортостанда эҫе һауа торошо фаразлана. Һауа 30 градусҡаса йылына.

Яуым-төшөм көтөлмәй.
Шәмбе, 30 майҙа, һауа температураһы төндә +8,+13, көндөҙ +23,+28 градус була.
Йәкшәмбе, 31 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9,+14 градус. Көндөҙ термометр бағанаһы +20,+25, республиканың көньяғында +30 градусҡа тиклем күтәрелә.
Дүшәмбе, 1 июндән, эҫе һүрелә башлай. Йәйҙең тәүге көндәрендә синоптиктар бер аҙ ямғыр вәғәҙәләй. Төндә һауа температураһы +6, көндөҙ +14,+15 градус була. Киләһе ял көндәренә йәйге эҫе әйләнеп ҡайта.
Читайте нас: