-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 21:58

Республикала көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә тиклем «тынлыҡ сәғәте» индерелә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары сираттағы пленар ултырышта республикала көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә тиклем «тынлыҡ сәғәте»н индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Атап әйткәндә, ошо ваҡытта күп фатирлы йортта һәм ятаҡта шау-шыулы ремонт эштәрен башҡарған өсөн штраф һалына.
Закон проекты республикала йәшәүселәрҙең тыныслығын һаҡлауға йүнәлтелгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, закон проекты буйынса ҡәтғи ҡарар бер айҙан ҡабул ителә.
Алдан хәбәр ителгәнсә, «тынлыҡ сәғәте» ваҡытында тынлыҡты боҙған өсөн штраф күләме түбәндәгесә: граждандарға – бер меңдән ике мең һумға, вазифалы кешеләргә – өс меңдән биш мең һумға, юридик берәмектәргә – ун меңдән ун биш мең һумға тиклем.
Читайте нас: