28 майға ҡарата, Өфөнөң Эҙләү-ҡотҡарыу отряды водолаздары Йылы күленең ике участкаһында – «Ожмах яры» һәм «Гольфстрим» пляждарында эштәр башҡарҙы. Лапылар, шешәләр, таштар, кирбестәр – ҡотҡарыусылар бындай сүп-сарҙы ғәҙәти тип иҫәпләй, ләкин йыл һайын йылға-күлдәр төбөндә улар төрлө әйберҙәр таба. Әлегә белгестәр һыу ятҡылығынан сығарған үҙенсәлекле предмет – саң һурҙырғыс фильтры.
«Быйыл Өфөлә туғыҙ пляжды асыу күҙаллана. Коронавирус инфекцияһы пандемияһы арҡаһында һыу инеү миҙгеленең башланыу ваҡыты күсерелеүе мөмкин. Ләкин ҡала хеҙмәттәре һәм ҡуртымсылар ял зоналарында тейешле әҙерлек эштәрен алып бара», — тип белдерҙеләр Граждандарҙы яҡлау идаралығында.