Стәрлетамаҡ райондары сиктәрендә ойошторолдо. Уның дөйөм майҙаны 470 гектар.Быға тиклем 7 резидент инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырға теләк белдерҙе. 40 миллиард һум кимәлендә баһаланған тағы 11 инвестиция проекты сиратта. Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, "Алға" махсус иҡтисади биләмәһе Стәрлетамаҡ-Ишембай агломерацияһы үҫешенә ныҡлы этәргес бирәсәк.